+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Иғтибар!
19 Марта 2021, 11:04

«Йәш ғаилә фатир эҙләй»

Премьераға рәхим итегеҙ!

27 март – Бөтә донъя театр көнөндә киске сәғәт 6-ла Михаил Рощин пьесаһы буйынса ҡуйылған «Йәш ғаилә фатир эҙләй» спектакле була. Уның режиссёры – Илсур Ҡаҙаҡбаев. Ролдәрҙә: Азат Вәлитов, Руслан Ғәлимов, Лилиә Ғәлина, Илдар Ғүмәров, Әлфирә Заһиҙуллина, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Артур Ҡунаҡбаев, Гүзәл Маликова, Милена Сираева, Зилия Ситдиҡова, Хөрмәтулла Үтәшев, Руслан Хайсаров, Светлана Хәкимова, Эльвира Юнысова.Әйткәндәй,был пьесаны Айгиз Баймөхәмәтов тәржемә иткән.
Спектаклдең үҙәгендә - яңы өйләнешкән йәш парҙың мөхәббәт тарихы. Яңы ғына ҡоролған ғаиләне ҡыйынлыҡтар урап уҙмай. Уны нисек һаҡлап алып ҡалырға? Йәштәрҙең мөхәббәте бик күп ҡаршылыҡтар алдында тора. Шуларҙың иң ҙуры – йәшәргә үҙ мөйөштәре булмауы. Был мауыҡтырғыс тамашаны ҡарарға ашығығыҙ!
Фото «ВКонтакте »социаль селтәренән алынды.
Читайте нас