-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
18 Май 2021, 10:39

20 майҙа «ҡыҙыу бәйләнеш» үтәсәк

Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Ситуацион-мәғлүмәт үҙәгендә дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреү буйынса «ҡыҙыу бәйләнеш» ойошторола. Ул 20 майҙа иртәнге сәғәт 11-ҙә федераль хеҙмәттең «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге https://vk.com/rosobrnadzor төркөмөндә уҙасаҡ.

Ведомство етәксеһе Анзор Музаев сығарылыш синыф уҡыусылары, уларҙың ата-әсәләре һәм уҡытыусыларҙың иң көнүҙәк һорауҙарына яуап бирәсәк. Әлеге ваҡытта һорауҙар [email protected] электрон почтаһы буйынса, «Бәйләнештә» селтәрендә федераль хеҙмәттең төркөмөндә ҡабул ителә. Һорауҙарҙы «ҡыҙыу бәйләнеш» барышында ла бирергә мөмкин.
Читайте нас: