+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
18 Май 2021, 15:22

"Ҙур тәнәфес"кә ҡушылырға һуң түгел

Дуҫтар, уҡыусыларҙың "Ҙур тәнәфес" Бөтә Рәсәй конкурсының "Бәйләнештә" селтәрендәге берләшмәһендә саралар дауам итә. Кисә "Ватанға хеҙмәт ит!" тигән темаға аҙналыҡ башланды.

19 майҙа Бөйөк Ватан һуғышы наградалары тарихы тураһында онлайн-лекторий була. 21 майҙа журналистарҙың ҡыҙыу нөктәләрҙә эшләүе тураһында журналист Александр Коц һөйләйәсәк. 22 майҙа " Йәш армия" хәрәкәтенең төп штабы етәксеһе Антон Кузнецовтың сығышын тыңларға мөмкин буласаҡ.
"Ҙур тәнәфес" - "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" президент платформаһының проекты ул. V-VII синыф уҡыусылары конкурс сайтында - 20 майға тиклем, VII-X синыфтар 26 апрелдән 15 июнгә тиклем ошо һылтанма буйынса теркәлә ала: https://bolshayaperemena.online/utm_source=region&utm_medium=nizhny_novgorod.
Читайте нас: