+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
2 Июль 2021, 21:16

Фольклориада күренештәрен фотоға, видеоға төшөр ҙә, айфон от!

Иртәгәнән алып Башҡортостан донъяның мәҙәни үҙәгенә әүерелә – Өфөлә һәм республиканың 22 районында VI Бөтә донъя фольклориадаһы үтә.

Фольклориада күренештәрен фотоға, видеоға төшөр ҙә, айфон от!
Фольклориада күренештәрен фотоға, видеоға төшөр ҙә, айфон от!

Республика халҡы өсөн шәп мөмкинлек – үҙенсәлекле тамашаларҙы ҡарап кинәнеүҙән тыш, һәр кем уларҙы фотоға, видеоға төшөрөп, Iphone 12 йәки iPad ота ала.

Бының өсөн материалдарҙы "Фейсбук", "Бәйләнештә" селтәрҙәренә #folkloriada2021online хештегы менән ҡуйырға кәрәк.

Еңеүсе лайктар һаны менән билдәләнә.

Бәйге һөҙөмтәләре 10 июлдән һуң билдәле була.

Бөтә донъя Фольклориадаһы хаҡында һуңғы яңылыҡтар: https://vk.com/folkloriada2021 

Фото: mus-krasnkultura.bash.muzkult.ru

Автор: Айгөл Йәмилева
https://bash.rbsmi.ru/articles/folkloriada/Folkloriada-k-renesht-ren-foto-a-video-a-t-sh-r---ayfon-ot-847029/
Читайте нас: