+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
29 Июль 2021, 14:03

Онлайн-акциялар һеҙҙе көтә, дуҫтар!

Республика халыҡ ижады үҙәге республика онлайн-акцияларында ҡатнашырға саҡыра. Материалдарҙы социаль селтәрҙәргә хэштектар менән урынлаштырырға кәрәк. Иң ҡыҙыҡлы һәм иң сағыуҙары үҙәктең социаль селтәрҙәрендә урын аласаҡ.

Онлайн-акциялар һеҙҙе көтә, дуҫтар!
Онлайн-акциялар һеҙҙе көтә, дуҫтар!

30 июль – Халыҡ-ара дуҫлыҡ көнө. «Халыҡтар дуҫлығы» акцияһы өсөн башҡа халыҡ вәкилдәре менән төшкән фотоһүрәтегеҙҙе ҡуйығыҙ. Милли кейемдәрҙә булыу мотлаҡ, #УфаМКРБ #УфаРЦНТРБ #ДружбаНародов хэштектарын ҡуйырға онотмағыҙ.

1 август – Апайҙар көнө. «Минең апайым» акцияһы өсөн апайығыҙҙың фотоһүрәтен ҡуйып, уның тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирегеҙ. Был акция #УфаМКРБ #УфаРЦНТРБ #ДеньСестры хэштегы аҫтында үтә.

3 август – Ҡарбуз көнө. Ошо уңайҙан «10 мәғлүмәт» викторинаһы ойошторола. Ҡарбуз тураһында 1 ялған һәм 9 дөрөҫ мәғлүмәт яҙып, ялғанын табырға тәҡдим итергә кәрәк. Был акцияла ҡатнашыусыларға яҙма аҫтына #УфаМКРБ #УфаРЦНТРБ #ДеньАрбуза хэштегын ҡуйыу талап ителә.

8 август – Бөтә донъя бесәйҙәр көнө. Үҙеңдең мыяубикәңдең фотоһүрәтен ҡуйып, һеҙҙең ғаиләгеҙгә нисек килеп эләгеүе хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирегеҙ. Әлеге сара #УфаМКРБ #УфаРЦНТРБ #ВсемирныйДеньКошек хэштегы менән уҙғарыла.

 

Фото: https://vk.com/kulturarb.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: