+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
2 Сентябрь 2021, 11:05

Һорауламала ҡатнаш, тәҡдимеңде әйт

Дуҫтар, ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә баш ҡалабыҙҙағы парктар тураһында яҙғайны: https://vk.com/wall413272232_674177.  Өфөлә ял итеү урындары күп. Яңылары ла төҙөлә. Шулай уҡ ҡайһы бер парктарҙы төҙөкләндереү ҙә талап ителә. Республика етәксеһе был эште ҡайһы ял паркынан башлаһаҡ, яҡшыраҡ булыр, тип халыҡҡа фекерҙәрен белдерергә, һорауламала ҡатнашырға тәҡдим итә. 

Һорауламала ҡатнаш, тәҡдимеңде әйт
Һорауламала ҡатнаш, тәҡдимеңде әйт

Өфөнөң яңыртылған "Дубки", "Беренсе май" парктары бик матур. Хәҙер инде Ленин исемендәге, Урмансылар парктарын, Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһын, И.Якутов, М.Ғафури исемендәге, Нефтехимиктар, Дим биҫтәһендәге Үҙәк парктарҙы, Йылы күлдең эргә-тирәһен тәртипкә килтереү планлаштырыла. 

Ә һеҙ төҙөкләндереү эшен ҡайһы парктан башларға тәҡдим итер инегеҙ, дуҫтар? Фекерҙәрегеҙҙе яҙығыҙ, ошо һылтанма аша үтеп -  https://vk.com/wall413272232_674177, һорауламала ҡатнашығыҙ. 

Фото: 2gis.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: