+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
9 Сентябрь 2021, 10:41

Өфө лә «Мәҙәни шәмбе» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла

Ошо уңайҙан 11 сентябрҙә баш ҡалала йәшәүселәрҙе һәм ҡунаҡтарҙы бай йөкмәткеле мәҙәни программа көтә. Әлеге акцияға ярашлы, 60-тан ашыу сара ойоштороласаҡ.

Өфө лә  «Мәҙәни шәмбе» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла
Өфө лә «Мәҙәни шәмбе» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла

«Мәҙәни шәмбе» акцияһы иртәнге сәғәт 11-ҙә Ҡала мәҙәниәт-ял итеү үҙәгендә «Виктория» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең асыҡ дәресе менән башланасаҡ. Улар бейеү элементтарын өйрәнергә теләүселәрҙе үҙҙәрендә көтә. Бынан тыш, ошо үҙәктә үк «Преображение» арт-студияһы һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе лә күрһәтәсәк.

Нуғай мәҙәниәт йортонда көндөҙгө сәғәт 12-лә селтәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтәсәк.

Йәш тамашасы театры бәләкәстәрҙе олатай-өләсәйҙәре менән бергә көндөҙгө сәғәт 12-лә башланасаҡ «Нимә һуң ул изгелек?» интерактив уйын программаһына саҡыра.

Был көндө Киров районының Искин мәҙәниәт йортонда төшкө сәғәт 1-ҙә «Әүҙем сәләмәтлек. Скандинав йөрөшөнөң файҙаһы» тигән семинар-практикум да уҙасаҡ.

Ошо уҡ ваҡытта Өфө балалар филармонияһы алдындағы майҙансыҡта ветерандарҙың халыҡ хоры ҡатнашлығында концерт та үтәсәк.

«Беренсе май» мәҙәни һәм ял итеү паркы биләмәһендә төшкө сәғәт 2-лә «Мин яратам һине, тормош» тигән концерт көтөлә.

Сергей Аксаков исемендәге баҡсала «Көҙгө калейдоскоп» тигән фольклор байрам концерты буласаҡ. Сара көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.

Өфөнөң ҡала тарихы музейы өлкән йәштәгеләргә  көндөҙгө сәғәт 3-тән 5-кә тиклем бушлай экскурсиялар уҙғара.

 

 

Фото: https://vk.com/publicguo.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: