+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
21 Сентябрь 2021, 12:35

Кемдәр премияға лайыҡ, белмәй ҡалмағыҙ!

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы белдереүенсә, Башҡортостан Башлығы премияһына документтар 2021 йылдың 30 сентябренә тиклем ҡабул ителәсәк. Кемдәр дәғүә итә һуң был премияға? Рәсәй һәм төбәк-ара олимпиадалар, интеллектуаль конкурстар, уҡыусыларҙың интеллектуаль һәләттәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар еңеүселәре һәм призёрҙары, шулай уҡ уларҙы әҙерләүсе педагогтар.

Кемдәр премияға лайыҡ, белмәй ҡалмағыҙ!
Кемдәр премияға лайыҡ, белмәй ҡалмағыҙ!

Премияға федераль кимәлдә раҫланған олимпиада, бәйгеләрҙә еңеүсе, призлы урын алған IX-XI синыф уҡыусылары кандидат була ала. Документтар министрлыҡта, Өфө ҡалаһы, Театр урамы, 5/2 адресы буйынса, 305-се бүлмәлә ҡабул ителә. 

  Ғариза яҙып (приложение 1), олимпиадала өлгәшкән уңыштарығыҙҙы иҫбатлаусы документтарҙың күсермәләрен (бойороҡ, протокол, диплом, сертификаттар), кандидаттың паспорт күсермәһе, уҡыусының уҡыған, педагогтың эшләгән урынынан белешмә, ИНН, СНИЛС күсермәләре, банк иҫәбе реквизиттары,  ошо документты ла тултырырға кәрәк. Премияға дәғүә итеүсе 14 йәшкә тиклемге балаларҙың документтарын ата-әсәһе тәҡдим итә.

Ғаризалар электрон төрҙә ҡабул ителмәй. Кемдәр премияға лайыҡ, ашығығыҙ, дуҫтар.

Фото: Мәғариф һәм фән министрлығы сайтынан.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: