+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
23 Сентябрь 2021, 11:02

"Батыр" фильмы макулатура аҡсаһына төшөрөлә

"Рәсәй мәктәптәрендә - кинодәрестәр" Бөтә Рәсәй проекты буйынса илдең төрлө төбәктәрендә балалар ҡатнашлығында фильмдар төшөрөлә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: улар тапшырған иҫке ҡағыҙ аҡсаһына эшләнә.  Проект авторы Санкт-Петербургтан Виктор Меркулов һәм режиссёр Елена Дубровская етәкселегендә Башҡортостанда сығарылған "Ел йыры" тигән тәүге фильмды ҡарағанһығыҙҙыр, моғайын. Яңыраҡ "Батыр" тигәне лә төшөрөлөп бөттө. Уның өҫтөндә эщләүҙе артабан дауам итер өсөн Өфөлә "Киноэкология" акцияһы башланды. Кемдәр киноға үҙ өлөштәрен индерергә теләй, иҫке ҡағыҙ йыйып тапшырыуҙа ҡатнашығыҙ, дуҫтар.  

"Батыр" фильмы макулатура аҡсаһына төшөрөлә
"Батыр" фильмы макулатура аҡсаһына төшөрөлә

Әйткәндәй, "Батыр" фильмын төшөрөүгә балалар  2 миллион һумлыҡ макулатура йыйып тапшырған. Кино гүзәл тәбиғәтле Архангел ерендә төшөрөлдө. Уҡыусыларҙың тәүге һөйөү хистәренә арналған тулы метражлы фильмда төп ролдәрҙе студенттар Динислам Хөсәйенов һәм Елена Рухова башҡара.

2022 йылдың яҙында "Батыр"ҙың исем туйын Өфөлә һәм Архангелда ойошторорға ниәтләйҙәр.

Фото: интернеттан.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: