+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
18 Октябрь 2021, 09:22

Интернет-акция Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арнала

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан «Халыҡтар менән дуҫлашабыҙ» тигән интернет-акция старт алды. Бында үҙегеҙҙең төрлө милләттәге дуҫтарығыҙ, уларҙың мәҙәниәте, һаҡланған ғөрөф-ғәҙәттәре хаҡында һөйләй алаһығыҙ.

Интернет-акция Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арнала
Интернет-акция Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арнала

Һеҙҙең дуҫығыҙ үҙенең телендә оҫта йырҙар башҡара йәки туған телендә шиғырҙар яҙа, бик оҫта итеп милли аш-һыуҙар бешерә икән, башҡалар ҙа был хаҡта белһен. Ҡыҙыҡлы яҙмалар, сағыу фотолар ҡуйып, Reels һәм TikTok форматында видеолар төшөрөп, бының өсөн бүләктәр һәм дипломдарға лайыҡ булырға ла мөмкин.

Бында ҡатнашыу өсөн шәхси йәки корпоратив аккаунтығыҙҙа 4 ноябргә тиклем тематик яҙма урынлаштырып, #дружимнародами2021 хэштегын ҡуйырға һәм унда Центр культуры народов России төркөмөн билдәләргә кәрәк. Ҡыҙыҡлы, сағыу яҙмалар ойоштороусыларҙың ресурстарына урынлаштырыласаҡ һәм приздар менән бүләкләнәсәк.

 

 

Фото: https://vk.com/cknr7.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: