+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
27 Октябрь 2021, 16:58

«Сәнғәт төнө» акцияһы үтәсәк

Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә туғыҙынсы тапҡыр «Cәнғәт төнө» Бөтә Рәсәй мәҙәни-белем биреү акцияһы үтәсәк. Уның девизы «Сәнғәт берләштерә» тип атала.

«Сәнғәт төнө» акцияһы үтәсәк
«Сәнғәт төнө» акцияһы үтәсәк

Йола буйынса, Өфөнөң киң күләмле китапханалары ла акцияға ҡушыла һәм Өфө халҡы, ҡунаҡтар өсөн 3 – 4 ноябрҙә онлайн саралар әҙерләгән. Был акцияла 41-се йәштәр, 29-сы, 31-се, 32-се моделле  китапханалары ҡатнаша.

41-се моделле йәштәр китапханаһы теләүселәрҙе акцияға ҡушылырға һәм «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөндә  https://vk.com/neo_sphere үткәрелгән сараларҙа ҡатнашырға саҡыра. Программаға оҫталыҡ дәресе, фильм ҡарау, «Ижад» күргәҙмә залы мөдире менән әңгәмә лә индерелгән.

Ә 29-сы моделле китапхана «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөндә https://vk.com/architecture_of_soul Иван Билибин ижады буйынса видеолекция ойоштора.

31-се моделле китапхана «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөндә https://vk.com/biblio31_ufa  һәм китапхананың рәсми сайтында https://31.ufa-lib.ru/ «Донъяға фән аша ҡараш» оҫталыҡ дәресен үткәрәсәк.

32-се моделле китапхана ошо уҡ социаль селтәрҙә https://vk.com/ufa_bibl_32 төркөмөндә «Урыҫ хазиналары серҙәре» тигән сәнғәт ғилеме буйынса экскурсия тәҡдим итәсәк.

Әйҙәгеҙ, «Сәнғәт төнө»н бергәләп үткәрәйек!

 

 

Фото: https://vk.com/kulturarb.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: