+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
14 Февраль 2022, 16:22

Ышаныс телефонына шылтырат

* Бер кемде лә күргең, бер кем менән дә һөйләшкең килмәйме? * Cетерекле хәлгә юлыҡтыңмы? * Өйҙә, урамда, мәктәптә ҡыйырһыттылармы? * Теге йәки был осраҡта нимә эшләргә белмәйһеңме? * Дуҫың менән һүҙгә килештең, артабан ни эшләргә? * Өлкәндәрҙән берәйһе менән бәхәс килеп сыҡты, шуға борсолаһыңмы? * Атай-әсәйең һине аңламай, улар менән үҙеңде нисек тоторға, ихтирамдарын яуларға белмәйһеңме? * Мәктәптә уҡытыусы менән проблема килеп сыҡтымы? * Берәй ҡыҙ (малай) оҡшай, әммә уның иғтибарын нисек йәлеп итергә белмәйһеңме? * Киләсәккә ниндәй һөнәр һайларға?

Ышаныс телефонына шылтырат
Ышаныс телефонына шылтырат
Әгәр ҙә һине ошондайыраҡ һорауҙар борсоһа, әммә был турала яҡын кешеләрең менән һөйләшергә, кәңәшләшергә тартынһаң, 8 800 2000 122 һандарын йыйып, Балалар өсөн ышаныс телефонына шылтырат.
Был хеҙмәт 2010 йылда «Ауыр тормош шарттарында ҡалған балаларға ярҙам итеү» фонды тарафынан булдырылды һәм йылдан-йыл ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр күбәйә. Улар үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап ала, хатта ниндәйҙер бәләнән ҡотолоп ҡала.
Шылтыратыу бөтә телефондарҙан да бушлай һәм аноним. Телефон һандарың яҙып алынмай, ә бына яҡшы консультация аласаҡһың, һинең менән махсус әҙерлек үткән психолог-консультанттар һөйләшәсәк.
Һәр берегеҙҙең үҙен ныҡ борсоған, әммә иң яҡын кешеләренә лә һөйләргә тартынған эс серҙәре, һорауҙары булырға мөмкин. Балалар ышаныс телефонына шылтыратһағыҙ, мотлаҡ дөрөҫ кәңәш аласаҡһығыҙ. Шуныһын да белеп ҡуйығыҙ, конфиден­циаллек һаҡлана. Ышаныс телефонына республиканың теләһә ҡайһы ҡалаһынан, ауылынан да шылтыратырға мөмкин. Һеҙ бер ҡасан да яңғыҙ түгел һәм тормошта хәл ителмәҫлек бер мәсьәлә лә юҡ ул.


Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: