+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
29 Апрель 2022, 13:25

Балалар, юғалмағыҙ!

Башҡортостанда тағы бер бала юғалғайны: Благовещен ҡалаһынан 13 йәшлек Дарья Журавлёва. Был турала социаль селтәрҙәрҙә хәбәр иттеләр.

Ул 28 апрелдә өйөнән сығып киткән дә ҡайтмаған. Бөгөн уның табылыуы тураһында яҙҙылар. Иҫән-һау булыуы бик һәйбәт, Аллаға шөкөр. Ләкин ғаиләһен генә түгел, күпме кешене хафаға һалды уның өйөнә ҡайтмауы тураһындағы хәбәр!

Дуҫтар, үҙегеҙҙең дә хәүефһеҙлегегеҙҙе ҡайғыртығыҙ, яҡындарығыҙҙы ла борсолдормаҫҡа тырышығыҙ, зинһар. Ҡайҙа икәнегеҙҙе белдереп торорға телефонығыҙ бар. Тәүлек буйы өйҙә булмау ярамаған эш, тип уйламайһығыҙмы?

Ә инде ниндәйҙер сетерекле хәлгә юлыҡһағыҙ, өйҙә йә мәктәптә аңлашмаусанлыҡ килеп сыҡһа, һөйләшер кешегеҙ булмаһа, балалар һәм атай-әсәйҙәр өсөн Бөтә Рәсәй берҙәм ышаныс телефонына шылтыратығыҙ: 8-800-2000-122.

Фото: yandex.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: