+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
13 Май 2022, 12:30

«Иң яҡшы хат яҙыу дәресе»

 Иғтибар! Республикала ошондай исеме менән аталған Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы бара.

Конкурс быйыл егерменсе тапҡыр үткәрелә. Уны Рәсәй Почтаһы, Михаил Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты, Рәсәй элемтә хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ойоштора.

Уҡыусылар тәҡдим ителгән номинацияларҙың береһен һайлап, хат формаһында инша яҙырға тейеш. Ә уҡытыусылар баһалама ағзаларына мәктәптә хат яҙыу буйынса үткәрелгән дәрестең методик ҡулланмаларын тәҡдим итә. Беҙҙең тормошобоҙға хат яҙыу мәҙәниәтен кире ҡайтарыу, туған тебеҙгә, ил, ғаилә тарихына һаҡсыл ҡараш уятыу бәйгенең төп маҡсаты булып тора. Уның төбәк этабына Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы яуаплы.

Башҡортостан уҡытыусылары ла, уҡыусылары ла был бәйгелә йыл һайын әүҙем ҡатнашып килә һәм еңеүҙәр яулап ҡыуандыра. Мәҫәлән, былтыр Ауырғазы, Бишбүләк, Борай, Бүздәк, Миәкә, Күгәрсен райондарынан, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан барлығы һигеҙ уҡыусы һәм уҡытыусы лауреат булды.

Номинацияларҙың тулы исемлеге менән Рәсәй Почтаһы сайтында танышырға була. Бәйгенең төбәк этабында ҡатнашырға теләүселәр 25 июлгә тиклем Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 28, 408-се кабинет адресы буйынса эштәрен ебәрә ала. Тик конверттың тышына  «Иң яҡшы хат яҙыу дәресе» конкурсына» тип яҙырға онотмағыҙ!

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: