-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
31 Май 2022, 16:58

Һабантуй ҙа буласаҡ

1 июнь — Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә ниндәй генә саралар планлаштырылмаған?! Башҡортостан Республикаһының Милли музейы балалар һабантуйы ла үткәрәсәк.

Һабантуй ҙа буласаҡ
Һабантуй ҙа буласаҡ

Музей алдында асыҡ һауала төрлө милли уйындар ойоштороласаҡ. Сәғәт 11-ҙә башлана. Төрлө йәштәге балалар өсөн йәнһүрәттәр ҙә күрһәтеләсәк. Мәҫәлән, «Урал һәм Шүлгән мажаралары"н ҡарарға мөмкин. «Өләсәйем һандығы» һәм башҡа саралар, оҫталыҡ дәрестәре, аквагрим, портреттар эшләү, бүләккә тәмле күстәнәс — туңдырма… Бик күңелле буласаҡ. Рәхим итегеҙ!

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: