-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
10 Август 2022, 10:50

Ҡулланылған батарейкалар йыйыла

Өфөлә ҡулланылған батарейкалар йыйыу буйынса конкурс иғлан ителә. Уны Өфө ҡала хакимиәте менән Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән берлектә ойоштора. 

Ҡулланылған батарейкалар йыйыла
Ҡулланылған батарейкалар йыйыла

Сараның маҡсаты: халыҡта тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләренә ҡыҙыҡһыныу уятыу, ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыуға өйрәтеү.

16 - 22 августа Өфө ҡалаһы, Бельская урамы, 70 адресы буйынса урынлашҡан "Лента" гипермаркеты алдында ҡуйылған контейнерға иҫке батарейкаларығыҙҙы тапшыра алаһығыҙ. Конкурс та үткәрелә. Унда ҡатнашыусылар өсөн 17 августан 22-һенә тиклем 15 - 19 сәғәттә үлсәп ҡабул итеү ойошторола. Бөтә төр батарейкалар менән бергә кәрәҙле телефон аккумуляторҙарын, электроника һәм ваҡ көнкүреш техникаһын да аласаҡтар. 

Конкурс шарттары менән  https://ecology.bashkortostan.ru/presscenter сайтында таныша алаһығыҙ. 

Фото: https://ecology.bashkortostan.ru. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: