-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
1 Сентябрь 2022, 13:31

Конкурс 1 октябрҙә тамамлана. Ҡатнашырға өлгөрөгөҙ!

Дуҫтар, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт булдырған «Экология — һәр кемдең эше» халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр премияһына  эштәр 1 октябргә тиклем генә ҡабул ителә. Өлгөрөп ҡалығыҙ! 

Конкурс 1 октябрҙә тамамлана. Ҡатнашырға өлгөрөгөҙ!
Конкурс 1 октябрҙә тамамлана. Ҡатнашырға өлгөрөгөҙ!

6 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала. Уларҙың эштәре өс йәш үлсәмендә айырым билдәләнәсәк. «Экоһүрәт», «Экоблогер», «Экойәнһүрәт»… Номинациялар күп, үҙегеҙ https://экологияделокаждого.рф/ сайтына инеп, конкурс шарттары менән танышығыҙ, ғариза тултырығыҙ, ҡатнашығыҙ. 

"Экология — һәр кемдең эше"  халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр премияһына эштәрен өҫтәмә белем биреү учреждениелары, балалар баҡсалары, йәмәғәт ойошмалары, айырым ғаиләләр һәм башҡа балалар учреждениелары ла  ҡатнаша ала. "Экомәктәп" һәм "Экоғаилә" тигән команда номинациялары ла бар. 

Ваҡыт әҙ ҡалды, бер ай ғына, ә конкурсҡа йомғаҡ ноябрҙә яһаласаҡ. Еңеүселәрҙе матур бүләктәр: смартфон, планшет, квадрокоптер, экшн=камера, аҡсалата сертификаттар, шулай уҡ «Орлёнок» Бөтә Рәсәй балалар үҙәгенә юлламалар көтә. Махсус бүләктәр ҙә буласаҡ, тип вәғәҙә итәләр.

«Экология — һәр кемдең эше» конкурсының маҡсаты — йәш быуында экологик мәҙәниәтте үҫтереү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Фото: ctrigo.ru.

Конкурс 1 октябрҙә тамамлана. Ҡатнашырға өлгөрөгөҙ!
Конкурс 1 октябрҙә тамамлана. Ҡатнашырға өлгөрөгөҙ!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: