+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
3 Сентябрь 2022, 11:35

3 сентябрҙә "Еңеү диктанты"н яҙабыҙ

Бөгөн илебеҙ төбәктәрендә 17,7 меңдән ашыу майҙансыҡта ватандаштарыбыҙ "Еңеү диктанты"н яҙа. Диктантты акцияның сайтында онлайн-режимда ла яҙырға мөмкин.

3 сентябрҙә "Еңеү диктанты"н  яҙабыҙ
3 сентябрҙә "Еңеү диктанты"н яҙабыҙ

II Бөтә донъя һуғышы тарихынан 25 һорауға яуап бирергә кәрәк. Сит ил граждандары инглиз, испан, француз, ҡытай телдәрендә яҙа ала. Федераль кимәлдә еңеүселәр дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнәсәк, Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында үтәсәк парадҡа саҡырыу аласаҡ. Абитуриенттар иһә юғары уҡыу йортона ингәндә  өҫтөнлөк менән файҙаланасаҡ.

2021 йылда "Еңеү диктанты"н Рәсәйҙең 85 төбәгенән һәм тағы 85 илдән 1,5 миллион кеше яҙған.

Онлайн-режимда яҙыусылар тест һорауҙарына бер тапҡыр ғына ошо көн дауамында яуап бирә ала. Белемегеҙҙе тикшереп ҡарағыҙ, дуҫтар: https://диктантпобеды.рф/.

Фото: https://yandex.ru/

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: