+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
6 Сентябрь 2022, 11:34

Ятып ҡалғансы, атып ҡал!

Башҡортостан уҡыусылары 29 сентябрҙә танылған блогерҙар һәм артистар менән бер сәхнәлә сығыш яһау мөмкинлегенә эйә. Нисек, тиһегеҙме? Йыр йәки бейеү менән сығыш яһаған видеоғыҙҙы конкурсҡа ебәрергә кәрәк.

Ятып ҡалғансы, атып ҡал!
Ятып ҡалғансы, атып ҡал!

"Поколение М" Бөтә Рәсәй хәйриә ижади проекты (МТС компанияһы) һәм "Эколь" продюсерлыҡ үҙәге конкурстың төбәк этабы башланыуы тураһында иғлан итте. Еңеүселәр 29 сентябрҙә Өфөнөң Тинкофф Холл сәхнәһенә сығасаҡ.

Бәйге ике номинация буйынса була: йыр һәм бейеү. Видеоларҙы "Поколение М" сайтында -  https://pokolenie.mts.ru/contests/superhit , https://pokolenie.mts.ru/contests/tancevalnyi-batl  һалырға кәрәк. Конкурста 11 - 18 йәшлек балалар ҡатнаша ала.

Фото: https://vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: