-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
15 Сентябрь 2022, 09:26

Урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән белемегеҙҙе тикшереп ҡарағыҙ

Уҡыусыларға белем кимәлдәрен тикшереп ҡарарға мөмкинлектәр күп хәҙер: өйҙән сыҡмай ғына әллә күпме олимпиадала ҡатнашырға була. Һөҙөмтәләрең һәйбәт булһа, диплом йә Маҡтау ҡағыҙы ла алаһың.

Урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән белемегеҙҙе тикшереп ҡарағыҙ
Урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән белемегеҙҙе тикшереп ҡарағыҙ

"Учи.ру" онлайн мәғариф платформаһында ла урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада бара. Ул 3 октябргә тиклем дауам итәсәк.

I - IX синыф уҡыусылары өсөн был бәйге "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса ойошторолған. Бер сәғәт эсендә һорауҙарға яуап бирергә кәрәк. Һөҙөмтәләр шунда уҡ күренәсәк. Ә бүләк (диплом, сертификат) "Минең портфолиом" тигән бүлеккә бер аҙна эсендә киләсәк. Уҡытыусыға иһә Рәхмәт хаты була. Әйҙә, үҙегеҙҙең белемегеҙҙе һынап ҡарағыҙ, ваҡыт бар әле, дуҫтар: https://olympiads.uchi.ru/olymp/rus-lit?amp;amp.

Фото: yandex.

 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: