+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Иғтибар!
4 Октябрь 2022, 08:25

Һеҙ ҙә ҡатнашығыҙ

Башҡортостан Хөкүмәте ҡыҙыҡлы челендж иғлан итте. #БашкортостанВлицах тип атала ул. 

Һеҙ ҙә ҡатнашығыҙҺеҙ ҙә ҡатнашығыҙ
Һеҙ ҙә ҡатнашығыҙ

Унда ҡатнашыу өсөн социаль селтәрҙәрҙәге шәхси диуарығыҙҙа Башҡортостанда йәшәгән ҡыҙыҡлы һәм уңышлы шәхестәр тураһында видео йәки фото менән яҙма ҡуйырға кәрәк. Ул һеҙҙең танышығыҙ, туғанығыҙ, яҡташығыҙ, уҡытыусығыҙ һ.б. булыуы мөмкин. Тик яҙмағыҙҙы ойоштороусылар күрһен өсөн  #БашкортостанВлицах тигән хештег ҡуйырға онотмағыҙ. 

Челендж 12 октябргә тиклем дауам итә. Ҡыҙыҡлы биографиялар көн һайын Башҡортостан Хөкүмәте аккаунттарында биреләсәк. Иң матур эштәр авторҙарын бүләктәр көтә.

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас