+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Иғтибар!
14 Октябрь 2022, 08:05

"Ҡарһылыуҡай" саҡыра!

29 октябрҙә Өфөлә башҡорт Ҡарһылыуҙары араһында ойошторолған "Ҡарһылыуҡай" конкурсының һайлап алыу туры үтәсәк. Бәйгелә 6 йәштән алып 12 йәшкә һәм 18 йәштән алып 35 йәшкә тиклемге һылыуҙар ҡатнаша ала. Ә Гала-финал ҡышын уҙасаҡ. 

Конкурс быйыл икенсе тапҡыр ойошторола. Былтыр "Ҡарһылыуҡай" титулына Учалы ҡыҙы Наҙгөл Ғәйфуллина лайыҡ булғайны. 

Һайлап алыу Өфөлә, Верхнеторговая плодащь урамындағы 4-се йортта, 620-се студияла сәғәт көндөҙгө 4-тә башлана. Төп шарт: Ҡарһылыу костюмығыҙ булһын.

Фото: bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас