

Күптән көтөп алынған финал һәм гала-концерт баш ҡалабыҙҙың "Башҡортостан" дәүләт концерт залы сәхнәһендә 30 октябрҙә сәғәт киске 5-тә башлана.
12 йәш музыкант билдәле Рәсәй дирижёры Дмитрий Крюков етәкселегендә Башҡортостан Республикаһының легендар милли симфоник оркестрына ҡушылып, башҡорт классикаһын уйнаясаҡ.
Финалистар 4 номинация буйынса билдәләнә: фортепиано, скрипка, тынлы һәм халыҡ уйын ҡоралдары.
Моң даръяһына рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Фото: ufakoncert.ru