+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Иғтибар!
22 Октябрь 2022, 07:05

Бер һалдат тарихын яҙығыҙ

Тыуған яғығыҙҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында һеҙ ҙә яҙып ебәрә алаһығыҙ. Мәғлүмәттәр 25 октябрҙән 22 ноябргә тиклем йыйыла. 

Рәсәйҙә «Хәрби дан компасы» компасславы.рф тигән проект тормошҡа ашырыла. Был төбәк-ара марафон совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында күрһәткән батырлығын өйрәнеүгә йүнәлтелгән. «Һалдат тормошо тарихы» тигән онлайн-акцияла бер ветеран тураһында тулы итеп яҙып ебәрергә кәрәк. Биографияһы, һуғышта ҡатнашыуы, наградалары, фотоһы (әгәр булһа) һәм башҡалар тураһында. Был акцияла ҡатнашыу тураһында ентекле мәғлүмәтте уның положениеһында уҡығыҙ:

https://компасславы.рф/doc_files/polozhenie.pdf

8 – 17 йәшлек уҡыусылар ҡатнаша ала. Иң яҡшы 60 эш сайтта баҫыласаҡ. 20 еңеүсе билдәләнеп бүләкләнәсәк. Бөтә ҡатнашыусыларға сертификаттар тапшырыла.

Фото: yandex.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас