+16 °С
Дождь
VKOKTelegram
Иғтибар!
28 Октября 2022, 07:24

"Ҙур этнографик диктант" яҙабыҙмы?

3-8 ноябрҙә онлайн-форматта "Ҙур этнографик диктант" халыҡ-ара акцияһы уҙа. 

Уны урыҫ, инглиз, испан телдәрендә яҙырға мөмкин. 16 йәшкә тиклемге уҡыусыларға Рәсәй буйынса 20 һорау тәҡдим ителә. Эштәр 3 ноябрҙә акцияның рәсми сайтында -  https://miretno.ru/ баҫыласаҡ. 

Яуап биреү өсөн 45 минут ваҡыт бирелә. Яҙып бөткәс тә һөҙөмтәләрең күрһәтелгән электрон сертификат килеп сығасаҡ. 

Һуңынан  https://docs.google.com/forms/d/e/1FAIpQLSflFpdFh1Pzr.. һылтанмаһы буйынса форманы тултырыу мотлаҡ.

Әйткәндәй, былтыр Башҡортостан этнографик диктант яҙыусылар һаны буйынса беренсе буғайны: 347 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡайны.

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас