+24 °С
Дождь
VKOKМакс
Иғтибар!
1 Ноября 2022, 12:20

Ниндәй байрам саралары көтөлә?

Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларында байрам саралары уҙасаҡ.

Мәҫәлән, 3 ноябрҙә иртәнге сәғәт 10-сы яртыла баш ҡалабыҙҙың Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалыу ҡаралған һәм Ағиҙел ярында урынлашҡан "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" стелаһын асыу тантанаһы үтәсәк. Сәғәт 11-ҙә "Торатау" Конгресс-холында "Тыл ҡаһарманлығы" патриотик марафоны сиктәрендә фәнни-ғәмәли конференция ойошторола. Ә 2-лә ҡала Мәҙәниәт һарайында Сыуаш Республикаһы сәнғәт оҫталарының концертын ҡарай алаһығыҙ. 

Ә Сибай халҡын "Беҙ - берҙәм" патриотик йырҙар кисәһе көтә. Сара киске сәғәт 6-ла башлана.

Салауат музыка колледжында сәғәт 3-тә "Берҙәмлектә - беҙҙең көс" исемле әҙәби-музыкаль сара уҙасаҡ. 

4 ноябрҙә Өфөлә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған матур концерт буласаҡ.

Шулай уҡ был көндә баш ҡалала "Сәнғәт төнө" акцияһы ойошторола. Шуға ярашлы Өфө ҡалаһы тарихы музыйында (Ленин урамы, 72) көндөҙгө сәғәт 12-нән төнгө 11-гә тиклем викторина, квестар, оҫталыҡ дәрестәре эшләйәсәк. 

Бөтә Рәсәй һуҡырҙар ойошмаһы йәмғиәтенең башҡорт тарихы музыйында (Киров урамы, 47) картиналар һәм ҡул эштәре күргәҙмәһе менән таныша алаһығыҙ, шулай уҡ музей буйлап сәйәхәт тә ҡаралған.

Лениндың йорт-музейында (Достоевский урамы, 78) "Шағир көндәлеге" фильмы күрһәтеләсәк. Шулай уҡ Минансафа Исрафиловтың "Тормош йылғаһы" исемле күргәҙмәһе менән танашыу мөмкинлеге буласаҡ һәм музейҙың экспозиция-мемориаль бүлмәләре менән таныша алаһығыҙ. Унда 1900 йылдарҙа Владимир Ленин һәм Надежда Крупская йәшәгән. 

Баш ҡаланың 29-сы, 31-се һәм 41-се үҫмерҙәр китапханалары "Халыҡтар күп, ә илебеҙ берәү" исемле квеста ҡатнашырға саҡыра. Ул "Ижад" күргәҙмәләр залында (Космонавтар урамы, 22) киске сәғәт 5-тә башланасаҡ. 

Башҡортостан Милли музейында (Совет урамы, 14) Үҙәк ҡала китапханаһы "Туғандаш халыҡтарҙың татыу ғаиләһендә" тип аталған китаптар күргәҙмәһе тәҡдим итә. Ул киске сәғәт 7-лә башлана.

23-сө китапхана "Арыҫлан Мөбәрәковтың тыуған төйәгендә" исемле онлайн-сәйәхәт ойоштора. Уға көндөҙгө сәғәт 1-ҙә ошо   ссылка буйынса ҡушылырға була. 

Шулай уҡ 15-се китапхана үткәргән онлайн-викторинала ла ҡатнаша алаһығыҙ. Бының өсөн китапхананың социаль төркөмөнә инергә кәрәк. Ул 16.00 сәғәттә башлана.

4 ноябрҙә Стәрлетамаҡ халҡын да "Рәсәйҙең тоғро улдары" тип исемләнгән рухлы концерт көтә. Сара филормонияла сәғәт 18.00-дә башлана.

4 ноябрҙә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театрында Б.Ҡаһарманованың "Шахтер" спектакле күрһәтеләсәк. Ул киске сәғәт 7-лә башлана.

5 һәм 6 ноябрҙә баш ҡаланың Өфө ҡалаһы тарихы музейында "Бер көн эсендә музейҙар буйлап" һәм "Өфө урамдарының тарихы" тигән квест һәм сәйәхәт ойошторола. Сара иртәнге 11-се яртыла башланып киске сәғәт 7-се яртыға тиклем дауам итәсәк.

Тулыраҡ мәғлүмәт менән театр, филармония, музей, китапхана сайттарында таныша алаһығыҙ.

Фото: bashgazet.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас