+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Иғтибар!
11 Ноябрь 2022, 08:40

“Беҙҙең заман геройы”

“Беҙҙең заман геройы” премияһын 2004 йылда Өфө ҡала хакимиәте һәм “Вся Уфа” продюсерлыҡ үҙәге булдырғайны.  

Маҡсаты – изге эштәр башҡарған, ауырлыҡтарҙы еңә белгән, батырлыҡ күрһәтеп, кемдеңдер ғүмерен һаҡлап алып ҡалыуҙа ҡатнашҡан ябай кешеләрҙе асыҡлау һәм бүләкләү. 2020 йылда был премия федераль статус алды.

Бөгөн, 11 ноябрҙә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында XI Бөтә Рәсәй “Беҙҙең заман геройы” премияһын тапшырыу тантанаһы үтә. Сараның тура трансляцияһын 19.00 сәғәттә “Вся Уфа” телеканалында һәм уның “Бәйләнештә” селтәрендә ҡарарға мөмкин.

Бүләкләнеүселәр араһында был юлы ла уҡыусылар буласаҡ, улар “Бәләкәй кешенең ҙур аҙымы” номинацияһында билдәләнә. (0+)

 

Фото: ufacity.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас