

Ошо айҡанлы 18 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығында бала хоҡуҡтары һәм бала–ата-әсә мөнәсәбәттәренә ҡағылған һорауҙар буйынса консультация биреү ойоштороласаҡ.
Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, граждандарҙы иртәнге 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем Өфө ҡалаһы, Театр урамы, 5/2 адресы буйынса 109-сы, 112-се бүлмәләрҙә ҡабул итәсәктәр.
Һорауҙар буйынса шулай уҡ +7 347 218-03-18, +7 347 218-03-17, +7 347 251-35-59 телефондарына ла шылтыратырға мөмкин.
Фото: yandex.