-31 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
14 Ноябрь 2022, 15:45

Иғтибар! " Әсәйем – һүнмәҫ ҡояшым" конкурсы!

Ҡәҙерле дуҫтар! Сайтыбыҙҙа һәм "Йәншишмә" гәзитенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге төркөмөбөҙҙә уҡыусылар араһында 27 ноябрь - Әсә көнөнә арналған  "Әсәйем – һүнмәҫ ҡояшым" конкурсын башлайбыҙ.

Бының өсөн һәр ҡатнашыусы "Йәншишмә" гәзитенә яҙылырға тейеш. Әгәр баҫма өйөңә килмәй икән, әле лә һуң түгел. Үҙегеҙҙең почта бүлексәһенә барып йә "Рәсәй почтаһы" сайтына инеп, 2023 йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылығыҙ ҙа квитанция күсермәһе менән әсәйҙәрегеҙ тураһында яҙылған мәҡәлә һәм фотоғыҙҙы редакцияға ебәрегеҙ.

Тағы ла конкурста ҡатнашыусы https://vk.com/club45440006 төркөмөндә теркәлгән булыуы шарт.

Шулай итеп, конкурста ҡатнашыусы әсәһе тураһында ҡыҫҡа ғына мәғлүмәт яҙып, уның менән бергә төшкән фотоһын һалырға тейеш.

Конкурс эштәрен 24 ноябргә тиклем редакцияның электрон почтаһына [email protected] йә "Йәншишмә"нең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге төркөмөнә ебәрегеҙ.

Байрам алдынан яҡындарығыҙҙы ҡыуандырырға теләһәгеҙ, бәйгенән ситтә ҡалмағыҙ.

Еңеүсене махсус тауыш биреү ярҙамында үҙегеҙ һайлаясаҡһығыҙ. Уға редакцияның Маҡтау ҡағыҙы һәм иҫтәлекле бүләк тапшыраласаҡ!

Хөрмәтле дуҫтар, һеҙҙән сифатлы фотолар көтәбеҙ!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас в