-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
18 Ноябрь 2022, 13:52

"Ышаныс телефоны" ярҙамға килер

2010 йылда балалар һәм атай-әсәйҙәр өсөн Бөтә Рәсәй Берҙәм ышаныс телефоны эшләй башлағайны.

Эльвира Әсәҙуллина
Фото:Эльвира Әсәҙуллина

«Ауыр тормош шарттарында ҡалған балаларға ярҙам итеү» фонды булдырған хеҙмәттең телефон һандары - 8-800-2000-122. 
Күңелеңде борсоулы уйҙар биләп алһа, кем менәндер уртаҡлашырға, кәңәшләшергә кәрәк. Яҡын кешеләреңә лә һөйләй алмайһыңмы ни? Улайһа, ышаныс телефоны ярҙамға килер: махсус әҙерлек үткән психолог-консультанттар һине тыңлап, кәңәштәрен бирер, килеп тыуған хәлдең сәбәптәрен асыҡларға ярҙам итер, артабан ни эшләргә кәрәклеген аңлатыр. Һин яңғыҙ түгел!

Ышаныс телефонына шылтыратыу бушлай, аноним һәм конфиденциаллек һаҡлана, исемеңде, адресыңды ла һорамаясаҡтар. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: