+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
22 Ноябрь 2022, 12:25

Әсәйҙәр көнөнә арнап

Тиҙҙән Әсәйҙәр көнөн билдәләйәсәкбеҙ. Ошо уңайҙан республикабыҙҙа ниндәй байрам саралары көтөлә икән? Әйҙәгеҙ, күҙ һалайыҡ.

23 ноябрҙә Өфөнөң Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Әсәйҙәр көнөнә арналған тантаналы сара үтәсәк. Унда ғаиләләрҙе "Ата-әсә ҡаһарманлығы" дәүләт наградаһы менән бүләкләү күҙҙаллана (6+).

22-һенән 27 ноябргә тиклем, "Әсәйҙәрҙән әсәйҙәргә" акцияһына ярашлы, атайҙары, ирҙәре өлөшлөтә мобилизацияға эләккән ғаиләләр өсөн "Ғаилә изгелеге бумерангы" ойошторола (6+).

24 ноябрҙә социаль селтәрҙәрҙә теләгән һәр кем "Иң матур һәм иң наҙлы әсәйгә" тип аталған оҫталыҡ дәресендә ҡатнаша ала (6+).

24,26, 27 ноябрҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында Әсәйҙәр көнөнә арналған тапшырыуҙар эфирға сыға (6+).

26 ноябрҙә республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларында "Әсәйҙәр бергә" тип исемләнгән ғаилә ялы үтәсәк (6+).

27 ноябрҙә "Бәхет тыуҙы" акцияһы уҙа. Байрам көнөндә сабыйҙары донъяға килгән әсәйҙәрҙе “Башҡортостан Республикаһы әсәйҙәре” йәмәғәт ойошмаһы ҡотлаясаҡ (6+).

Фотоradiovera.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: