+7 °С
Облачно
VKOKTelegram
Иғтибар!
24 Ноября 2022, 10:30

"Теләктәр шыршыһы — 2023" акцияһында ҡатнаш!

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе ярҙамында «Башҡортостан» дәүләт концерт залы Ижади «Теләктәр шыршыһы» акцияһы ойоштора.

Унда ҡатнашыу өсөн ижади йүнәлешле теләктәр ҡабул ителә. Мәҫәлән:

- «Роль» («Спектаклдә, фильмда роль башҡарырға, сәхнәлә билдәле артист менән сығыш яһарға хыялланам» һәм башҡалар);

- «Осрашыу» («Билдәле артист, йырсы, спортсы һ. б. менән осрашырға хыялланам»);

- «Маҡсат» («Сәхнә артындағы тормошто күрергә хыялланам», «Йондоҙ менән йырларға» һәм башҡалар);

- кинотеатрҙарға, концерттарға, спорт сараларына (хоккей) барыу.

Быйыл Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларынан килгән уҡыусылар, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары ла акцияла ҡатнаша ала. 

Теләктәр 15 декабрҙән 29-ына тиклем pr.gkz@yandex.ru электрон почтаһына һәм «Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдында ҡуйылған йәшниктә ҡабул ителә. Проект координаторының телефоны: 8 (347) 273-72-54.

 

Сығанаҡ һәм фото: bashinform.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас