+29 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
6 Декабрь 2022, 11:50

"Минең Рәми" шиғриәт бәйгеһенең финалына килегеҙ!

"Минең Рәми" төбәк-ара шиғриәт конкурсының Гала-концерты 14 декабрҙә, республика Башҡорт теле көнөн билдәләгәндә, баш ҡалабыҙҙың "Башҡортостан»"дәүләт концерт залында үтәсәк.

Бәйге 12 февраль, шағирҙың тыуған көнөндә, башланғайны. Конкурс өс этапта үтте. Беренсе этапта социаль селтәрҙәрҙә Рәми Ғариповтың шиғырҙарын уҡыусылар профессиональ һәм һәүәҫкәр видеороликтар ебәрҙе. Конкурс эштәре башҡорт һәм урыҫ телдәрендә ҡабул ителде. Барлығы 800-ҙән ашыу эш килде, уларҙың һәр береһен жюри ағзалары ҡараны. Жюри билдәләүе буйынса конкурстың икенсе - телевизион этабына 30 ҡатнашыусы һайлап алынды. Уларҙың эштәре 26 августан 25 сентябргә тиклем Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша күрһәтелде, телеканалдың сайтында тамашасылар оҡшаған ҡатнашыусы өсөн тауыш бирә алды. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса конкурс финалына 18 ҡатнашыусы сыҡты.

Бәйгенең финалы 14 декабрҙә киске 18 сәғәттә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында уҙа. Инеү - бушлай. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығының гранты (Башҡортостан Республикаһының граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды) иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Уны Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы, Дәүләт унитар телерадиотапшырыуҙар предприятиеһы ойоштора. (6+)

 

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: