+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
7 Декабрь 2022, 12:55

"Аҡмулла" спектакленә килегеҙ!

14 декабрҙә, Башҡорт теле һәм бөйөк мәғрифәтсе,шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында "Аҡмулла" спектакленең премьераһы үтәсәк.

Ул мәғрифәтсенең "Нәсихәттәр"енә – нәсихәттәргә, ҡобайырҙарға, шиғырҙарға, шулай уҡ 19-сы быуат аҙағы – 20-се быуат башы шағирҙарының ижад өлгөләренә яңыса ҡараш ташларға мөмкинлек бирәсәк.

Ҡуйыусы режиссёр – Рөстәм Хәкимов, ҡуйыусы рәссам – Рөстәм Баймөхәмәтов, балетмейстер – Сулпан Асҡарова, композиторы – Вәсил Ғафаров, яҡтылыҡ буйынса рәссам – Светлана Насонова.

Спектакль башҡорт телендә бара, урыҫ теленә синхрон тәржемә ителә. (6+)

 

Сығанаҡ һәм фото: bashgazet.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: