+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
7 Декабрь 2022, 09:50

Һыуыҡ булһа, мәктәпкә бармаҫҡа

Бына был ҡыш, исмаһам. Сатлама һыуыҡ башланды. Шунлыҡтан Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин уҡытыусыларға, балаларға һәм ата-әсәләргә мөрәжәғәт иткән. 

"Синоптиктар хәбәр итеүенсә, республикала алдағы көндәр һалҡын буласаҡ. Ата-әсәләргә быға иғтибар итергә кәрәк, айырыуса башланғыс синыфта уҡыған балалары булһа." 

Ауыл ерендәге башланғыс синыфтар 23 градус һыуыҡ булғанда уҡымай, ә ҡаланыҡылар - 25 градуста. 

 Ауылдарҙа V - IX синыфтар 25 градуста, ҡаланыҡылар 27 градус һыуыҡ булғанда уҡымай. Өлкән синыфтарға 30 - 32 градус һыуыҡта өйҙә ҡалырға мөмкин.

Әммә мәктәпкә нисә уҡыусы килеүенә ҡарамаҫтан, улар өсөн дәрес үткәрелергә тейеш. Санитар норма буйынса уҡыу бүлмәләрендә, спорт залында температура 18 градус йылылыҡтан кәм булмаҫҡа тейеш.

Фото асыҡ сығанаҡтан.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: