+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
8 Декабрь 2022, 11:30

Яңы йыл саралары сикләүҙәрһеҙ уҙасаҡ

Республикала яңы йыл саралары һәм иртәлектәр ОРВИ, грипп буйынса эпидемияға ҡаршы сикләүһеҙ уҙғарыласаҡ.

Закондар һәм санитар ҡағиҙәләр киҫкен респиратор инфекциялар менән сирләү осраҡтары артҡан осорҙа күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар үткәреүҙе тыймай, тине Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында.

Ведомство байрамдарҙы мөмкин тиклем асыҡ һауала ойошторорға, бина эсендә иҫкәртеү саралары (елләтеү, дезинфекциялау) тураһында онотмаҫҡа кәңәш бирә.

- Ата-әсәләр иртәлектәрҙә ҡатнашырға мөмкин. Ләкин сирләп торһағыҙ, бармағыҙ, - тине Анна Казак.

 

Сығанаҡ: bashinform.ru

Фото: culture.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: