+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
9 Декабрь 2022, 11:05

Геройҙарға арналған флешмобта ҡатнашығыҙ!

Иртәгә, 10 декабрҙә, баш ҡалабыҙҙың Совет майҙанында легендар Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында геройҙарға арналған флешмоб үтәсәк.

Уны “Патриот” төбәк йәмәғәт хәрәкәте, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Грант фонды һәм башҡа ижтимағи-йәштәр, илһөйәрлек ойошмалар ярҙамында “Башҡортостан Республикаһының диңгеҙ йыйылышы” төбәк йәмәғәт берекмәһе ойоштора.

Флешмобта Муса Гәрәев исемендәге Өфө башланғыс осошҡа әҙерлек дөйөм белем биреү интернат-мәктәбе (Өфө кадет корпусы) тәрбиәләнеүселәре, Рәсәй казак яугирҙары союзы вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Улар Рәсәй Федерацияһы флагын йәйеп, илһөйәрлек йырҙарын башҡарасаҡ, элекке һәм хәҙерге геройҙарға рәхмәт һүҙҙәрен әйтәсәк.

Сара Өфөнөң Совет майҙанында 14:00 сәғәттә башлана. (12+)

 

Сығанаҡ һәм фото: bashgazet.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: