+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
25 Ғинуар 2023, 15:28

5 меңде әрәм итмәгеҙ

Дуҫтар, "Пушкин карта"һын алаһығыҙ ҙа ул, әммә ундағы 5 меңде тотонмай әрәм итеүселәр ҙә бар, шулай бит?

Ауылда йәшәгәндәргә картаны файҙаланырға ул тиклем мөмкинлек тә юҡ кеүек. Әммә юлдарын табырға була. Мәҫәлән, ҡалаға сәйәхәт ойоштороп, музей, күргәҙмәләрҙе ҡарап, кино, спектаклгә барып ҡайтырға мөмкин. Йә булмаһа сәнғәт коллективтары менән килешеү төҙөп, үҙҙәрен концерт ҡуйырға саҡыраһың. Уҡыусылар билеттарҙы "Пушкин карта"һы менән ала. Мәҫәлән, яңыраҡ Күмертауҙағы 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһына Өфөнән сәнғәт оҫталары барып, матур тамаша ойошторған.  

5 меңде әрәм итмәгеҙ, дуҫтар, файҙаланырға тырышығыҙ. Мәҙәниәт, сәнғәт менән дуҫлыҡ күңелегеҙгә ял бирер, рухи яҡтан байырһығыҙ. 

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.

5 меңде әрәм итмәгеҙ
5 меңде әрәм итмәгеҙ
5 меңде әрәм итмәгеҙ
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: