+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
27 Ғинуар 2023, 15:30

"Йәш хәбәрсе — 2023" конкурсы старт ала

1 февралдә Рәсәйҙә "Йәш хәбәрсе — 2023"  IV асыҡ онлайн конкурсы старт ала. Унда 6 йәштән алып 17 йәшкә тиклемге уҡыусылар ҡатнаша ала.

Конкусҡа видеорепортаж төшөрөү өсөн ундан ашыу темалар тәҡдим ителәсәк. Мәҫәлән, Ватаныбыҙҙың эске туризмы, Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операция геройҙары, оҫта ҡуллы кешеләр, йыһан, авиация һәм башҡа темалар.

15 февралдән Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендәге журналистар, режиссёрҙар ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк. 

Эштәр 15 февралдән алып 30 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Конкурсҡа йомғаҡ апрелдә яһала. 

Конкурстың маҡсаты:

- Видеопроекттар ярҙамында балаларҙы һәм йәштәрҙе үҙ төбәктәренең һәм илдең тарихы, мәҙәниәте, географияһы, халҡының шөғөлдәре менән таныштырыу;

- Үҫеп килеүсе йәш быуындың күңелендә Ватанға һөйөү тойғоһо, тоғролоҡ уятыу;

-Тарихи хәтерҙе һаҡлау;

-Рәсәй төбәктәрендә эске туризмды үҫтереү буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеү.

 

Фото: bashinform.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: