+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
2 Февраль 2023, 13:16

"Игебаев уҡыуҙары"на эштәр ҡабул ителә

Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың ижадына һәм тормош юлына арналған төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияға эштәр [email protected] электрон почтаһы буйынса ҡабул ителә.  

Өс номинация буйынса ижади эштәрҙе 2023 йылдың 14 февраленә тиклем ебәрергә кәрәк. "Игебаев уҡыуҙары" тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән уның положениеһында танышығыҙ: Igebaevskie-chteniya-2023.

I - VI, V - IX, X - XI синыф уҡыусылары, студенттар, уҡытыусылар араһында еңеүселәр һәм призёрҙар айырым билдәләнә. Ижади эштәрҙе 15-нән 22 февралгә тиклем баһалама комиссияһы тикшерәсәк. 28 февралдә йомғаҡ яһала. Эштәр башҡорт һәм урыҫ телдәрендә ҡабул ителә. 

Фото: yandex.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: