

Ул 24 – 26 февралдә Күмертау ҡалаһында ойоштороласаҡ. Был уҙыштарҙа 2009 – 2010 һәм 2011 – 2012 йылғы йәш саңғысылар көс һынашасаҡ. Әле райондарҙа, ҡалаларҙа һәм төбәктәрҙә иң-иңдәрҙе асыҡлау бара. Кемдәр еңеүсе була, шулар Күмертауға финалға йыйыласаҡ. Һәр командала 6-шар кеше, улар классик һәм ирекле йөрөш буйынса ярышасаҡ. 1, 2, 3 саҡырым араға шәхси уҙыштар буласаҡ. Быйыл эстафета үткәрелмәй. Командалар араһында еңеүселәр, призёрҙар йәш саңғысыларҙың шәхси һөҙөмтәләре буйынса билдәләнәсәк. Иң-иңдәргә «Йәншишмә»нең кубоктары, миҙалдары, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының, редакцияның Почёт грамоталары тапшырыласаҡ.