

Конкурста 7 - 16 йәшлек балалар, 16 - 45 йәшлек һәүәҫкәр һәм профессиональ йырсылар ҡатнаша ала. Ғаризалар 20 апрелгә тиклем metodcnkid@mail.ru. почтаһына ҡабул ителәсәк. Проект башҡорт музыка сәнғәтен танытыу һәм һәләтле йырсыларҙы асыҡлау маҡсатында тормошҡа ашырыла. Уны Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика Халыҡ ижады үҙәге һәм Сибай ҡалаһы хакимиәте ойоштора. (6+)
Сығанаҡ һәм фото: bashinform.ru