+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Иғтибар!
15 Февраль 2023, 09:53

Студент булып ҡарағығыҙ киләме?

"Беренселәр хәрәкәте"ндә ҡатнашыусылар яҙғы каникулды юғары уҡыу йортонда студент булып үткәрә ала. Бының өсөн конкурста ҡатнашырға кәрәк.

Студент булып ҡарағығыҙ киләме?Студент булып ҡарағығыҙ киләме?
Студент булып ҡарағығыҙ киләме?

14 - 17 йәшлек уҡыусылар "Университет сменаһы"на эләгер өсөн нимәләр эшләргә тейеш һуң? 

  1. Үҙенең ҡаҙаныштары тураһында портфолио йыйырға.
  2. "Минең үҫеш биләмәм" тигән эссе яҙырға.
  3. "Беренселәр хәрәкәте" миссияһы тураһында видеоролик төшөрөп, #РДДМ,#ДвижениеПервых, #СменыДвижения тигән хештэгтар ҡуйып, социаль селтәрҙәге сәхифәһенә ҡуйырға.
  4. 26 февралгә тиклем будьвдвижении.рф сайтында ғариза тултырырға, портфолионы һәм эссены беркетергә, видеороликка һылтанманы ҡуйырға.

10 мартта еңеүселәр исемлеге билдәле буласаҡ. 

Тулыраҡ мәғлүмәт ошонда - «Смены РДДМ «Движение Первых».

Фото: yandex.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас