

Лицейҙа фольклор, бейеү, театр, «Шаяниум» уйын-көлкө командаһы, шашка-шахмат, вокал, журналистика түңәрәктәре, ауыр атлетика секцияһы әүҙем эшләп килә. Шулай уҡ пианино, ҡурай, гитара, думбыра, ҡумыҙ уйнау серҙәренә лә өйрәнергә мөмкинлектәр бар.
Беҙҙең белем усағын тамамлаусылар араһынан бик күп күренекле шәхестәр сыҡҡан. Мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти, яугир-шағирҙар Батыр Вәлид, Мөхәмәтйәров Хәй, Хөрмәт Хәйри, беренсе мәғариф министры Фатима Мостафина, йырсы Гөлсинә Мөхәмәҙуллина, яҙыусы Лира Яҡшыбаева, шағир, драматург һәм журналист Салауат Әбүзәр, драма артисы Илгиз Әкимбәтов, доцент, филология фәндәре кандидаты Айнур Үтәев һәм башҡалар.
2024 йылдың 31 ғинуарында беҙҙең лицейыбыҙға 100 йыл була.
100 йыллыҡ тарихлы лицейыбыҙға рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Зөлфиә Сәйфуллина,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.