+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Иғтибар!
17 Март 2023, 05:50

Мәҙәни-мәғариф сараһына рәхим итегеҙ!

14 - 17 мартта Башҡортостан Республикаһының Милли музейында “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Ҡырымды азат итеүсе яҡташтарыбыҙ” исемле мәҙәни-мәғариф саралары уҙа.

Ҡырым күгендә беҙҙең ҡурҡыу белмәҫ летчиктар алышты, улар араһында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, Советтар Союзы Геройы Мәғүбә Сыртланова булған. Унда артиллерист Тажетдин Ғиләжетдинов (2012 йылдың авгусында вафат була, Башҡортостанда тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройҙарының һуңғыһы), пулеметсылар взводы командиры Иван Бережный һ.б. ҡатнаша.

Мәҙәни-мәғариф сараһынан ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар! Инеү бушлай. (0+)

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас