

Сараның маҡсаты - милли әҙәбиәт һәм республика матбуғаты менән таныштырыу, уның бай йөкмәткеле икәнлеген күрһәтеү, халыҡ менән йәнле аралашыу ойоштороу.
Йәрминкәлә китап нәшриәттәре, һатыу нөктәләре, моделле китапханалар ҡатнашасаҡ. Һүҙ оҫталары, сәнғәт вәкилдәре, күренекле шәхестәр байрамға йәм өҫтәр, тип көтөлә.
"Китап-байрам"ы баш ҡаланың бер нисә майҙансығында - республика Милли музейында, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты биналарында, шулай уҡ нәшриәттең һәм китап магазиндарының күргәҙмә майҙансыҡтарында уҙасаҡ. Өс көн дауамында йәрминкә барышында төрлө йүнәлештәр буйынса китаптар һатыу-күргәҙмә, оҫталыҡ дәрестәре, уҡыусылар конкурстары, моноспектаклдәр, иң яҡшы әҫәрҙәрҙе экранлаштырыу буласаҡ. Майҙансыҡтар 12.00 сәғәттән 22.00 сәғәткә ҡәҙәр эшләйәсәк.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com