+14 °С
Облачно
VKOKМакс
Иғтибар!
5 Апреля 2023, 11:28

“Өс таған” кинофестивале ғаризалар ҡабул итә башланы

Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика кинофестивалендә ҡатнашығыҙ, дуҫтар!

“Өс таған” республика үҫмерҙәр һәм балалар кинофестивале ҡатнашыусыларҙан ғаризалар ҡабул итә башланы. Быйыл фестиваль педагогтарға, киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ҙур өлөш индергән остаздарға арнала. 

Фестивалдә авторҙар, коллектив-авторҙар, йәғни бала менән уҡытыусы, атай-әсәйҙәр ҡатнаша ала, ләкин улар ике кешенән артыҡ булырға тейеш түгел. 

Кинофестиваль ҡыҫҡа метражлы фильм, документаль фильм, йәнһүрәт, музыкаль клип, социаль ролик номинациялары буйынса үтә. 

Сара ике этапта ойошторола: 2023 йылдың 10 апреленән 11 сентябрға тиклем  ғаризаларҙы һәм эштәрҙе ҡабул итеү; 18 - 23 сентябрь - жюри эштәрҙе баһалай.

Ойоштороусылар:  Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Ә. Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы, Башҡортостан кинематографистар союзы, Рәсәй кинематографистар союзы.

https://kulturarb.ru сайтынан.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас