+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Иғтибар!
13 Апрель 2023, 07:20

Иншалар бәйгеһендә ҡатнашығыҙ!

Дуҫтар, «Тамыр» телеканалы «Уҡытыусыма» тип аталған иншалар бәйгеһе иғлан итә! Яратҡан уҡытыусығыҙға рәхмәт һүҙҙәрегеҙҙе бар донъяға яңғырата алаһығыҙ! Ашығығыҙ!

Бәйге 18 апрелгә тиклем барасаҡ. Унда 7 - 17 йәшлек уҡыусылар ҡатнаша ала.

Иншаға уҡытыусығыҙҙың фотоларын беркетеп, Бәйләнештә селтәрендәге «Тамыр» төркөмөнә шәхси хәбәр итеп ебәрегеҙ.

Иң шәп 5 инша авторын һәм уларҙың уҡытыусыларын 25 апрелдә Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк «Тамыр» концертына саҡырыу билеты һәм бүләктәр көтә! (6+)

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас