+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Иғтибар!
14 Апрель 2023, 11:42

Бүләккә - смартфон!

Йәш дуҫтар, был полиолимпиадала IV-VI синыф уҡыусылары ғына ҡатнаша. Ә төп бүләк - шәп смартфон!

Бүләккә - смартфон!Бүләккә - смартфон!
Бүләккә - смартфон!

Республика инженер лицей-интернаты полиолимпиадаһында 6 фән буйынса һынау тотасаҡһығыҙ: математика, логика, урыҫ теле, инглиз теле, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте, тәбиғәт белеме.

Ике этапта уҙа: 23 апрель - һайлап алыу туры (онлайн), 4 июнь - йомғаҡлау этабы. Һәр ҡатнашыусыға сертификат биреләсәк, смартфондан тыш та бүләктәр буласаҡ, ти ойоштороусылар. 

Полиолимпиадала ҡатнашыу өсөн 22 апрелгә тиклем olymp.rilirb.ru  сайтында теркәлергә кәрәк. Уңыштар теләйбеҙ!

Фото: olymp.rilirb.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас