+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Иғтибар!
15 Апрель 2023, 02:05

Мортаза Рәхимов исемендәге гимназияла - Рәхимов уҡыуҙары

Күмертау ҡалаһындағы Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө башҡорт интернат-гимназияһында "Рәхимов уҡыуҙары" республика фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙасаҡ. 

Мортаза Рәхимов исемендәге гимназияла - Рәхимов уҡыуҙарыМортаза Рәхимов исемендәге гимназияла - Рәхимов уҡыуҙары
Мортаза Рәхимов исемендәге гимназияла - Рәхимов уҡыуҙары

Ойоштороусылары - Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты.

Фәнни-ғәмәли конференцияла V - XI синыф уҡыусылары ҡатнаша ала. Сараның маҡсаты - беренсе Президентыбыҙ Мортаза Рәхимовтың исемен мәңгеләштереү, һәләтле уҡыусыларҙы асыҡлау һәм башҡалар.

Башҡорт, урыҫ, инглиз телдәрендә яҙылған эштәр 28 апрелгә тиклем rakhimov-rnpk@mail.ru. электрон почтаһы буйынса ҡабул ителә. Конференция Күмертауҙа 12 майҙа уҙасаҡ.

Фото: vk.com.

 

Мортаза Рәхимов исемендәге гимназияла - Рәхимов уҡыуҙары
Мортаза Рәхимов исемендәге гимназияла - Рәхимов уҡыуҙары
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас